Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
3 Октябрь 2025, 09:41

Эшҡыуарҙарға ярҙамға ике яҡлы килешеү төҙөлдө

АТБ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа кредит бирә, поручитель булып Башҡортостан Республикаһының Гарантия фонды сығыш яһай.

БР Гарантия фонды бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән партнерлыҡ селтәрен киңәйтеүҙе дауам итә. Фондтың яңы партнеры – Азия-Тымыҡ океан банкы (АТБ), уның менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Уға ярашлы, АТБ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа кредиттар бирә, поручитель булып Башҡортостан Республикаһының Гарантия фонды сығыш яһай.

БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина әйтеүенсә, был үҙ эше менән шөғөлләнеүселәргә кредит аҡсаһын уңайлыраҡ шарттар аша алырға мөмкилек бирә, тимәк, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеүенә булышлыҡ итә.

Партнерлыҡ бәйләнештәре "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы үҫтерелә.

Гарантиялы ярҙамды алыр өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҙ эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһында алып барырға тейеш.

– Бер тапҡыр бирелә торған поручителлектең иң ҙуры – 25 миллион һум, тәьмин итеү күләме займ суммаһының 70 процентынан артмай. Быйылғы өҫтөнлөклө категориялар араһында – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, социаль эшҡыуарҙар, – тип асыҡлай Башҡортостан Республикаһының Гарантия фонды етәксеһе Алексей Лазарев.

Уңайлы кредитлау шарттарын анығыраҡ белер өсөн, республикала эшләп килгән “Минең бизнес” үҙәгенә шылтыратып, консультация алырға мөмкин, телефоны: 8 (347) 224-99-99. Шулай уҡ партнер банктарҙың офистарында ла ярҙам итергә әҙерҙәр.

РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, 2025 йылдың 1 ғинуарынан яңыртылған милли проекттар ғәмәлгә ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас