Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө лицей-интернатында IТ-инфраструктураны ҡабул итеү һынауҙары үткән. Уны булдырыу буйынса эштәр “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм һанлы трансформация дәүләте” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) башҡарылған. Был турала республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итә.
- Был эштең маҡсаты – дәүләт һәм муниципаль мәктәптәрендә IТ-инфраструктура булдырыу, интернет һәм төрлө мәғлүмәт системаларын хәүефһеҙ ҡулланыуҙы тәьмин итеү. Быйыл республиканың 441 мәктәбендә ошондай эштәр башҡарыу күҙаллана. Айырыуса интернет селтәренә үткәргесһеҙ система индереүҙе тәьмин итеүгә иғтибар бирелә, - тине Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.