Шаран районының Ҡыртүтәл ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үтте. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Яңы ФАП заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы булдырылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һәм йыйыштырыу кәрәк-ярағын һаҡлау урыны бар.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсел медицина-санитар ярҙамды Ҡыртүтәл ауылы халҡы аласаҡ, дөйөм халыҡ һаны 180-дән ашыу кеше тәшкил итәсәк.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.