Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
8 Октябрь 2025, 04:33

Өфөлә Студенттар аллеяһы ултыртылды

Сара "Урмандарҙы һаҡлау" акцияһы сиктәрендә үтте. 

“Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”)”Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолған “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһы Өфө урман-техник техникумы биләмәһендә үтте. Был хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Унда студенттар-урмансылар, төбәк Хөкүмәте ағзалары, федераль власть органдары вәкилдәре ҡатнашты. “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһында ҡатнашыусылар 25 шыршы ултыртып, улар йәш аллея барлыҡҡа килтерҙе. Уға “Студенттар” тигән исем бирәләр.

— Бөгөнгө сара урмандар менән тотороҡло идара итеүҙе тәьмин итеү, шулай уҡ урман тармағының кадрҙар резервын булдырыу өсөн дәүләт органдары, мәғариф учреждениелары һәм урындағы берләшмәләр көстәрен берләштереү кәрәклеген раҫлай, — тине Башҡортостан республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас