Башҡортостандың 26 вәкиле “Рәсәй–мөмкинлектәр иле” президент платформаһы “СпортТрек” проектының “Рәсәй спорты” дәүләт программаһына ярашлы булдырылған “Һәүәҫкәрҙәр араһында профиҙар” конкурсында ҡатнашты.
Финал һөҙөмтәһе буйынса лауреаттар профессиональ спорт клубы менән йыйындарҙа ҡатнаша, стажировка үтә ала, шулай уҡ президент платформаһы менән бергә портфолиоға кейс алыу мөмкинлеге бар.
Проект лауреаттары профессиональ спорт клубтарында һәм федерацияларҙа стажировка үтеү һәм уҡыу-күнекмәләр йыйындарында профилле командалар менән берлектә ҡатнашыуҙа ярҙам саралары аласаҡ.
”Һәүәҫкәрҙәр араһында профиҙар” миссияһы” – спорт индустрияһында үҙенең юлын яңы ғына башлағандарға старт биреү. Уның ҙур ихтыяж менән файҙаланыуын бирелгән заявкаларға ҡарап та белергә мөмкин.
“Быйылғы пилот йүнәлештәре – спорт менеджменты, саралар ойоштороу һәм һәүәҫкәрҙәр баскетболы. Киләсәктә был йүнәлештәр арттырыласаҡ”, – тип билдәләне “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Геннадий Гурьянов.
“СпортТрек” проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект "Молодежь и дети") “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында эшләй. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхләҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.