“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу саралары ярҙамында Сибай ҡалаһының һаулыҡ үҙәгенә яңы медицина ҡорамалдары — ҡандағы глюкоза кимәлен үлсәү системаһы килтерелгән. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
Ҡандағы шәкәрҙе үлсәү өсөн портатив прибор Рәсәйҙә сығарылған. Ул юғары теүәллеккә эйә, ISO 15197 халыҡ-ара сифат стандарттарына тап килә, ҡулланыуы еңел.
– Яңы прибор медицина ярҙамының сифатын яҡшыртырға һәм диабет менән ауырыған пациенттарҙың хәлен контролдә тотоуҙоң һөҙөмтәлелеген арттыра. Беҙ халыҡты һаулыҡты, әүҙем йәшәү рәүешен һаҡлауға нигеҙләнгән заманса технологиялар менән тәьмин итергә тырышабыҙ, – тип билдәләй Сибай дауаханаһының баш табибы Данис Ғәлин.
Шуныһын хәтергә төшөрәбеҙ: быйылдан РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүәмәт: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/758319/