

Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә махсуслашҡан “Вторсервис” предприятиеһы производство ҡеүәттәрен модернизациялау өсөн финанс ярҙам алды. Икенсел сеймалды эшкәртеү өсөн 4,78 миллион һум күләмендә лизинг ярҙамы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) күрһәтелде. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.
– Ташламалы лизинг программаһы буйынса яңы ҡорамал индереү эшкәртелгән ҡалдыҡтар күләмен күпкә арттырырға, икенсел сеймалдың сифатын күтәрергә ярҙам итәсәк, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
“Вторсервис” компанияһындағы модификация ҡалдыҡтарҙы айырыуҙың барлыҡ төп этаптарына ҡағылды, беренсел эшкәртеүҙән алып икенсел сеймалды эшкәртеү предприятиеһына ебәреүгә әҙерләүгә тиклем. Был мөһим башланғыс Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы ярҙамы менән башҡарылды.
Ташламалы лизинг ҡулланыу предприятиены бер тапҡыр түләнә торған ҙур сығымдан ҡотҡара.
Милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путин указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.