Хатта бөгөнгө пункттарҙа анализ тапшырып, дипасерлаштырыу үтергә һәм дарыу һатып алыу мөмкинселеге лә бар. Был ойошма бигерәк тә оло быуын вәкилдәре өсөн уңайлы медицина учреждениеһы булып һанала. Шунан сығып медицина персоналының һөнәри оҫталығы һәм хәстәрлеге, шулай уҡ ФАП-тарҙағы уңайлы мөхит ауыл халҡының һаулығына һәм именлегенә ҙур йоғонто яһай тип әйтергә була.
6 октябрь көнө үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ауыл фельдшерҙарын яҡлау һәм һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеген билдәләп үтте, бөтәһе һигеҙ яңы ФАП асылыуы тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ ауылдарҙа ауырып киткән халыҡҡа ярҙам итеүсе медицина хеҙмәткәрҙәре булмаһа, бөтә тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа китер ине тип билдәләне. Төбәк башлығы фельдшерҙарға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте һәм был мөһим эштең дауам итеүенә ышаныс белдерҙе.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы әйтеүенсә:
– Республикала ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, уларҙың һәр өсөнсөһө яңыртылған. Яңы ФАП-тар төҙөү генә түгел, уларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү беҙҙең өсөн бик мөһим.
Республикала ФАП-тарҙың 30%-тан ашыуы авария хәлендә ине. Уларҙы заманса модулле конструкциялар алмаштырҙы. Башҡортостан Рәсәйҙә ФАП-тар һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 2019 йылдан алып республикала 608 модулле конструкция урынлаштырылған, шуларҙың 2025 йылға 134-ен асыу планлаштырылған, ә хәҙерге ваҡытта 124 конструкция файҙаланыуға индерелгән. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
Ул билдәләүенсә, хәҙерге ваҡытта ФАП – ул тик инфраструктура һәм ҡорамал ғына түгел. 2023 йылдан алып төбәктә «Цифровой ФАП» (Цифрлы ФАП) проекты тормошҡа ашырыла, ул медицина ярҙамы һәм дарыу менән тәьмин итеүҙең үтемлелеген яҡшырта, профилактик медицина тикшереүҙәрен үтеү мөмкинлеген бирә һәм электрон медицина хеҙмәттәренең киң ассортиментын алыу мөмкинлеген аса.
Хәҙерге ваҡытта «Цифровой ФАП» проекты республиканың бөтә медицина ойошмаларында ла тормошҡа ашырыла. Һәр ФАП-тың йөрәге, әлбиттә, фельдшер булып тора, шуға күрә беҙ кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүләбеҙ һәм уларҙы системалы рәүештә хәл итәбеҙ. Бөгөнгө көнгә фельдшер-акушерлыҡ пункттарының кадрҙар менән тулыланыуы 99% тиерлек тәшкил итә. Белгестәрҙең цифрлы мөхиткә тиҙ үтеп инеүе өсөн беҙ уларға методик документтар әҙерләйбеҙ, мәҫәлән, ФАП фельдшеры стандарты, ул йәш белгестәргә берҙәм цифрлы контурҙа эшләүҙе үҙләштереүгә һәм цифрлы хеҙмәттәрҙең тулы ассортиментын, шулай уҡ ауылда сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеүгә булышлыҡ итә», — тине Айрат Рәхмәтуллин.
Йылайыр районында, Сидоровка, Ҡашҡар, Байғужа һәм Иван-Ҡыуалат ауылдарында 2021 йылда ауыл ФАП-тары биналары ремонтланды һәм үҙ ишектәрен асты.
Сидоровка ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты (ФАП) "Һаулыҡ һаҡлау – башланғыс медицина-санитария ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.
Ауыл халҡы өсөн был бик мөһим ваҡиға булды – яңы ФАП-тың символик асҡысын фельдшер Ляля Байғужина алды.
Фельдшер һүҙҙәренсә, хәҙер ауыл халҡына уңайлы шарттарҙа башланғыс медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар:
– ФАП-тың асылыуы – ауыл халҡы өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек насип булһын, ә ауыл халҡына ФАП-ҡа мөмкин тиклем һирәгерәк йөрөүҙе теләйем!
Яңы модулле ФАП кәрәкле бүлмәләр менән йыһазландырылған, уның эсенә: процедуралар, ҡарау һәм дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре индерелгән. Бынан тыш, заманса коммуникациялар үткәрелгән: һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары ҡуйылған, шулай уҡ интернет селтәренә тоташтырыу тәьмин ителгән. Үҙенең һөнәренә 27 йыл ғүмерен бағышлаған фельдшер Ләлә Байғужина, яҡынса 105 кешенән торған, улар араһында балалар һәм өлкәндәр күп булған ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтә.
Ауыл халҡы яңы ФАП-тың асылыуына бигерәк тә шатланды, үҙҙәренең рәхмәттәрен һәм шатлыҡтарын белдерҙе. Сидоровка ауылында йәшәүсе Ләйсән Ҡотоева хәҙер медицина ярҙамы күрһәтелгән шарттарҙың байтаҡҡа яҡшырғанын билдәләй. Ул яңы ФАП өсөн рәхмәттәрен еткерә һәм барыһына ла һаулыҡ, уңыштар теләй.
Фото редакция архивынан.