Ауыл уттары
+21 °С
Облачно
Милли проект
17 Октября 2025, 09:30

Аҡъяр - Яңы Черкассы юлында асфальт түшәй башланылар

Был участкала эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

Хәйбулла районында Аҡъяр - Яңы Черкассы - Ырымбур өлкәһе сиге юлында асфальт-бетон япма түшәй башланылар. Эштәр «Йәшәү өсөн инфраструктура» (национальный проект «Инфраструктура для жизни») милли проекты сиктәрендә алып барыла, тип хәбәр итәләр Башҡортостан республиканың Транспорт министрлығынан.

7,6 километр оҙонлоҡтағы участкала подрядсылар иҫке япманы алған һәм һалҡын ресайклинг технологияһы ярҙамында юлдың нигеҙен нығытҡан. Асфальт түшәлгәндән һуң юлсылар юл ситтәрен һәм юл билдәләрен билдәләйәсәк.

«Был юл төбәктең терәк селтәренә инә һәм Башҡортостанды Ырымбур өлкәһе менән тоташтыра. Уның буйынса көн һайын 30 меңләп кеше йөрөй, улар Гай һәм Орск ҡалаларына юллана. Уны норматив хәлгә килтереү мөһим», - тип билдәләне Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас