Яңауыл районының Юғамаш ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») сиктәрендә төҙөлә.
Быға тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункты 1976 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан була. Яңы учреждение барлыҡ заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Бында халыҡ сифатлы медицина ярҙамы алһын, персонал уңайлы шарттарҙа эшләһен өсөн барыһы ла булдырылған.
ФАП-та 163 кеше хеҙмәтләндереләсәк.
“Һанлы ФАП” проекты (проект “Цифровой ФАП”) ярҙамында учреждениела һанлы медицина хеҙмәттәре лә күрһәтеләсәк. Фельдшер дистанцияла ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын аса, электрон рецепт яҙа, табип менән телемедицина консультацияһы уҙғара һәм медицина мәғлүмәттәрен башҡа учреждениеға ебәрә ала.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – халыҡтың ғүмер оҙонлоғон арттырыу. 2030 йылға уны - 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планы ҡуйылған. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һанлаштырыу эше алып барыла.