Нефтекамала Йәштәр йорто алдындағы яңыртылған биләмәне астылар. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы яңыртҡандар. Был хаҡта Нефтекама ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Белгестәр ял итеү һәм туҡталҡа биләмәһен булдырғандар, төрлө саралар үткәреү өсөн сәхнәне монтажлағандар. Йәмәғәт биләмәһен төрлө арт-объекттар, эскәмйәләр һәм бәләкәй архитектура формалары биҙәй. Урында Wi-Fi а бушлай булыр тип көтөлә.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – Нефтекама үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе”, - тип хәбәр иттеләр Нефтекама ҡала хакимиәтенән.