Башҡортостанда “Әйҙә бизнесҡа” яңы белем биреү программаһында ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы 24 октябргә тиклем бирергә мөмкин. Ул “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Онлайн тәртибендәге бушлай курс 27 – 31 октябрҙә була. Ул яңы эш башлаған йүнселдәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Маҡсат – тармаҡтағы хеҙмәт нигеҙҙәренә төшөндөрөү, бизнес планын дөрөҫ итеп төҙөргә һәм шәхси кәсебеңә һөҙөмтәле идара итергә өйрәтеү. Курсты тыңлаусылар биш көн дауамында тәжрибәле эшҡыуарҙарҙан белем аласаҡ, кәңәштәрен ишетәсәк.
“Яңы кәсепкә тотонғандар күп осраҡта базалы компетенция етмәүгә юлыға. Милли проектҡа ярашлы тормошҡа ашырылған “Әйҙә бизнесҡа” программаһы кәрәкле белем алыу, төрлө хәүефтәрҙе иҫкәртеү, һөнәри үҫеште тиҙләтеү мөмкинлеген бирәсәк”, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла.