Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
27 Октябрь 2025, 04:10

Автобустарҙа видеороликтар күрһәтелә башлай

Уларҙа инспекторҙар һабаҡ бирәсәк.

Автобустарҙа видеороликтар күрһәтелә башлайАвтобустарҙа видеороликтар күрһәтелә башлай
Автобустарҙа видеороликтар күрһәтелә башлай

Башҡортостанда юлдарҙы хәүефһеҙерәк итер өсөн, Өфөләге маршруттар буйынса йөрөүсе 150 автобуста видеороликтар күрһәтелә башлай. Был эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы алып барыла, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Видеоматериалдар “Не рули, малай!" кампанияһы ваҡытында Эске эштәр министрлығы Дәүләт автомобилдәр инспекцияһының Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан төшөрөлгән. Уларҙа инспекторҙар республика халҡын балаларына юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында һөйләргә һәм үҫмерҙәргә мототранспорт саралары менән идара итергә, дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға сығырға рөхсәт итмәҫкә саҡыра.

Иҫкә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса быйылдан яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/...

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас