Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
27 Октябрь 2025, 04:12

Туҡтап ҡалырға ярамай

Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары ярты тоннанан ашыу макулатура йыйҙы.

Туҡтап ҡалырға ярамайТуҡтап ҡалырға ярамай
Туҡтап ҡалырға ярамай

Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярашлы үткәрелгән “БумБатл” макулатура йыйыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Университетта үткән сара бер нисә сәғәт эсендә артабан эшкәртеү өсөн 520 килограмм ҡағыҙ сеймалын йыйырға мөмкинлек бирә.

Макулатура йыйыуҙан тыш, студенттар өсөн тематик викторина ойошторолдо. Һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән ҡатнашыусылар, шулай уҡ иң күп сеймал йыйған төркөмдәр университет символикаһы менән приздар һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронтынан бүләктәр ала.

 Былтыр Башҡортостан акцияның Бөтә Рәсәй рейтингында бишенсе урын алдыБеҙ былтыр был этапҡа ҡарағанда ике тапҡырға күберәк макулатура йыйҙыҡ. Бик яҡшы һөҙөмтә, әммә туҡтап ҡалырға ярамай. Республикабыҙҙы йәшелләндереү һәм таҙартыу өсөн ошо мөһим эште дауам итеүегеҙҙе һорайым, – тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов.

Фото: ecology.bashkortostan.ru.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас