Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
30 Октябрь 2025, 10:25

БДПУ ятағын ремонтлауға ярҙам бүленә

Свердлов урамындағы 53/1 һанлы бинаны ҙур яңырыу көтә.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 5-се ятағын капиталь ремонтлауға 309 миллион һумдан ашыу субсидия бүленә. Финанслау “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проектына ярашлы бирелә. Был хаҡта юғары уҡыу йортоноң рәсми сайтында мәғлүмәт бирелгән.

Туғыҙ ҡатлы бина 1980 йылда төҙөлгән. Капиталь ремонт 2026–2027 йылдарға планлаштырылған.

- Советтар Союзынан һуңғы осорҙа тәүге тапҡыр студент ҡаласыҡтары проблемалары дәүләт кимәлендә хәл ителә. Студент ятаҡтарының күбеһе совет осоронда уҡ төҙөлгән. Улар физик һәм әхлаҡи яҡтан иҫкергән, уңайлы ҡала мөхитенә ҡуйылған хәҙерге талаптарға яуап бирмәй, – тип билдәләй БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

Уның фекеренсә, дөйөм ятаҡтарҙы капиталь ремонтлауға аҡсалата ярҙам итеү – илдең милли технологик һәм интеллектуаль хәүефһеҙлегенә йүнәлтелгән ҙур үҫеш.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас