Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме быйыл 9 ай эсендә 191,6 миллиард һумға еткән. Күрһәткестәрҙең үҫеше 2024 йыл кимәленә ҡарата 5,3 процент тәшкил итә.
Ауыл хужалығы продукцияһы производствоһы артыуы “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли прокты талаптарына ярашлы башҡарыла (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”). Был турала республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
2030 йылға ауыл хужалығы продукцияһы производствоһы индексын 2021 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 25 процентҡа арттырыу планлаштырыла.
- Тауар секторы элеккесә үҫә. Ауыл хужалығы ойошмаларында продукция етештереү 83,8 миллиард һумға тиклем күтәрелде, индекс 113 процент тәшкил итте. Бынан тыш, 21 миллиардтан ашыу һум фермер хужалыҡтарына тура килә, - тине Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Яҡшы үҫеште үҫемлекселек күрһәтә. Унда индекс 111 проценттан артып китә. Малсылыҡта был күрһәткес 101, 6 процент.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.