Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
31 Октябрь 2025, 04:37

Бөгөн Башҡортостандың Мәшғүллек үҙәктәре Берҙәм граждандарға ярҙам көнөн уҙғара

Ай һайын һуңғы эш йомаһында халыҡ Мәшғүллеге үҙәктәрендә оло быуын граждандарының хеҙмәт һәм социаль әүҙемлегенә булышлыҡ итеү өсөн Берҙәм көн уҙғарыла.

Сара «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» төбәк проекты сиктәрендә уҙғарыла һәм «Кадрҙар» (национальный проект «Кадры»)милли проектының бурыстарына тап килә.

- 9 айҙа акцияла пенсия алды һәм пенсия йәшендәге 1771 кеше ҡатнашты. Улар өсөн үҙәк белгестәре һөнәри йүнәлеш, уҡытыу, социаль ярҙам саралары буйынса консультациялар үткәрә, - ти Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. 50 йәштән өлкәндәрҙе ҡайтанан һөнәри әҙерләү программалары йөҙләгән кешегә  тиҙ арала эш табырға мөмкинлек бирҙе.

Берҙәм хеҙмәт һәм социаль әүҙемлеккә булышлыҡ итеү көнөндә ҡатнашыусылар һорауҙар бирә һәм хеҙмәт, пенсия ҡануниәте, финанс белеме, психологик ярҙам буйынса яуап ала, шулай уҡ резюме яҙырға һәм эш эҙләү өсөн ресурстарҙы дөрөҫ файҙаланырға өйрәнә ала. Күнекмәләрҙе күтәреү өсөн эште һөҙөмтәле эҙләү, ваҡ моториканы үҫтереү буйынса мастер-кластар үткәрелә.

Акцияға Роспотребнадзор ҡушылды, ул Өфөлә, Күмертауҙа һәм Салауат районында «Санпросвет» лекторийы уҙғара. Был сара сиктәрендә ведомство эксперттары һәм төбәк партнерҙары, шул иҫәптән «Волонтер-медиктар», «Беренселәр хәрәкәте» кеүек ирекмәндәр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре грипты һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһын иҫкәртеү, 60 йәштән өлкән кешеләр өсөн вакцинация буйынса көнүҙәк кәңәштәр менән уртаҡлашасаҡ.

Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас