Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
6 Ноябрь 2025, 05:53

Бик мөһим аҙым яһалды

Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Благовар районының Языков үҙәк район дауаханаһына 16 комплект компьютер техникаһы килтерелде. 

Яңы техника медицина документтарын алып барыу сифатын, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙе яҡшыртасаҡ. Был табиптарҙың пациенттар менән үҙ-ара эш итеүен тәьмин итәсәк.

- “Ғаилә” милли проектын тормошҡа ашырыу – бик мөһим аҙым. Ул районыбыҙҙа медицина ярҙамын күтәрергә һиҙелерлек булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе Языков үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алмаз Заһиҙуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.

2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас