Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
6 Ноябрь 2025, 05:54

Республикала 80-дән ашыу кеше маркетплейстарҙа сауҙа итергә өйрәнгән

Сарала 40 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкиле, 18 үҙмәшғүл һәм 23 физик берәмек ҡатнашҡан.

Өфөлә “Минең бизнес.Башҡортостан Республикаһы. Маркетплейстар “ күргәҙмәһе «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика»)  милли проекты буйынса үтте. Сарала 40 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкиле, 18 үҙмәшғүл һәм 23 физик берәмек ҡатнашты, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Конференцияны асыуҙа Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы директоры Екатерина Смоленчук сығыш яһаны. «Быйыл беҙ биш сара үткәрҙек, унда 140-лаған кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән үҙмәшғүлдәр һәм физик берәмектәр ҡатнашты», - тип һөйләне ул.

Конференцияның спикерҙары - электрон сауҙа баҙарының федераль һәм төбәк эксперттары, тәжрибәле сейлерҙар һәм маркетологтар. Улар оҫталыҡ дәрестәре һәм практик сессиялар үткәрҙе. Сара аҙағында барлыҡ ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды.

«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының маҡсаттары - иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас