+24 °С
Ямғыр


Йылайыр ауылындағы «Йондоҙло» физкультура-һауыҡтырыу комплексы базаһында өлкән быуын вәкилдәре «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡтырыу комплексы нормаларын тапшырыуҙа ҡатнашты. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, сарала ҡатнашыусылар спорт оҫталыҡтарын юғалтмаған, барыһы ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтергә тырышты, ә ҡайһы берҙәре хатта билдәләнгән нормаларҙы арттырып үтәне. Спорт һөйөүселәр яҡшы физик формала булыуҙарын күрһәтте, һәр һынауҙы ҙур теләк менән үтәне.