Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
10 Ноябрь 2025, 05:43

“Мин Агроға” агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡалаһы асыла

5-11 ноябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетында “Мин Агроға” агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡалаһы асыла.

Был интерактив белем биреү майҙансығы, унда балалар һәм үҫмерҙәр заманса ауыл хужалығының нисек ойошторолоуын күрәсәк, төрлө һөнәрҙәрҙә үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ. Мәктәптәр, колледждар, юғары уҡыу йорттары һәм эш биреүселәр араһында хеҙмәттәшлек булдырыу “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) “Агросәнәғәт комплексы кадрҙары” федераль проектының маҡсаттарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

– Мәктәп йәшенән үк үҙҙәрен ауыл хужалығына бағышларға теләгән балаларҙы асыҡлау мөһим. Һөҙөмтәлә ысын профессионалдар алыу өсөн мәктәп эскәмйәһенән колледжға һәм аграр вузына тиклем сылбыр төҙөргә кәрәк, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡалаһында балалар өсөн ике трек эшләйәсәк. Беренсеһе “Һин Агрола” (5-9 йәш) – балалар һөт менән тәжрибә үткәрәсәк, хайуандарҙы нисек ашатырға һәм уларҙың һаулығы хаҡында ҡайғыртырға кәрәклеген беләсәк. Ҡатнашыу өсөн балалар уйын валютаһы аласаҡ, уны “Һөнәрҙәр ҡалаһы магазины”нда сувенирҙарға алмаштыра аласаҡ. Икенсе трек агросәнәғәт комплексы донъяһы (10-18 йәш) үҫмерҙәр агродрондар менән идара итеүҙе, үҫемлектәрҙе микроскоп аҫтында өйрәнәсәк, VR-күҙлек ярҙамында юғары технологиялы фермаларҙа һәм предприятиеларҙа буласаҡ.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас