Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
12 Ноябрь 2025, 03:33

Ағас ултыртыу акцияһы тамамланды

Башҡортостан “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһында әүҙем ҡатнашты    

Башҡортостанда “Экология именлеге” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыу саралары тамамланды. Был хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Ағас ултыртыуға бәйле һуңғы эштәр Иглин, Күгәрсен һәм Салауат урман хужалыҡтарында үтте.

Иглин урмансылығының бер гектар майҙанында урмансылар һәм тимер юл хеҙмәткәрҙәре дәррәү эшләп, 4000 ҡарағай үҫентеһе ултыртты.

“Рәсәй тимер юлдары”ның урындағы бүлексәһе коллективы өсөн был – тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға өлөш индергән беренсе акция түгел.

Күгәрсен һәм Салауат райондары урмансылары ла дөйөм эшкә ҙур өлөш индерҙе, шулай уҡ 4 000 ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Салауат урман хужалығында акция хакимиәт һәм урындағы халыҡ ҡатнашлығында үтте.

– “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы илебеҙҙең урман байлығын һаҡлау һәм арттырыу буйынса бурыстарҙы хәл итеүҙә дәүләт, бизнес һәм йәмғиәттең уртаҡ тырышлыҡ һалыуы мөһим икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тырышлыҡ күрһәткәндәре һәм дөйөм эшкә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Башҡортостан республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Йыл башында, РФ Президенты В.В. Путин ҡушыуы буйынса, бығаса тормошҡа ашырылып килгән милли проекттар яңыртылды һәм киңерәк күләмдә атҡарыла башланы.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас