Башҡортостанда "Кадрҙар" милли проекты (нациоональный проект “Кадры”) маҡсаттарына ярашлы, "Турникетһыҙ аҙна" Бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы үтте, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Саралар республиканың сәнәғәт предприятиеларында, нәшриәттәрендә, музейҙарында, китапханаларында, шифаханаларында, һөнәри белем биреү учреждениеларында үтте. Уларҙа 14 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
– Яҙ һәм көҙ көнө үткән акция көндәрендә республиканың 110 предприятиеһы мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға үҙ ишектәрен асты. Сараларға йөрөү – ул экскурсия ғына түгел. Йәштәр хәҙерге заман предприятиеларының эшен күреү, яңы технологиялар менән танышыу мөмкинлеге ала. Был һөнәрҙәр тураһында күберәк белергә генә түгел, ә киләсәккә карьера юлын төптән уйлап һайларға ла ярҙам итә, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
“Турникетһыҙ аҙна” барышында апрель һәм октябрь айҙарында уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр, республика предприятиелары һәм ойошмалары белгестәре ҡатнашлығында 660-тан ашыу сара ойошторолдо. Акцияның ике этабы ваҡытында һөнәри йүнәлеш биреү буйынса 50 дәрес, һөнәри үҙбилдәләнеш һәм карьераны үҫтереү, һөнәри белем биреү ойошмаларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса 46 “ҡыҙыу бәйләнеш” үткәрелде.
“Кадрҙар” милли проекты РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса быйыл 1 ғинуарҙа тормошҡа ашырыла башланы.
Мәғлүмәт: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/767866/