2025 йыл башынан алып «Минең бизнесым» үҙәгенең Салауаттағы филиалы 600-ҙән ашыу консультация хеҙмәтләндереүе күрһәткән. Иң күп һорауҙар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан килде - 320 консультация. Үҙмәшғүл граждандарға - 170, физик шәхестәргә 100-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән. Ярҙам «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика»), милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бойомға ашырыла, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.
- Башҡортостандың «Минең бизнесым» үҙәге яңы эш башлаған һәм эшләгән эшҡыуарҙарға киң консультация ярҙамы күрһәтә. Белгестәр һалым һалыуҙың ҡулай системаһын һайлау, финанслау йәлеп итеү һәм проекттарға ярҙам итеү буйынса бушлай консультация бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Бүлексә 40-ҡа яҡын төрлө форматтағы сара ойошторған: түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм эшлекле уйындар. 2026 йылдағы һалым үҙгәрештәренә арналған семинар төп ваҡиғаларҙың береһе булған. Сара «Бизнес өсөн мөхит» аҙналыҡ проекты сиктәрендә үткән һәм 50-ләгән эшҡыуарҙы офлайн, онлайн-форматтарҙа йыйған.
Спикерҙар маркетплейстар өсөн автоматлаштырылған һалым һалыу системаһының өҫтөнлөктәрен, финанс планлаштырыу нигеҙҙәрен һәм һалым ҡануниәтендәге үҙгәрештәрҙе тикшергән. Алынған мәғлүмәт эшҡыуарҙарға эште һөҙөмтәлерәк алып барырға һәм хаталарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк.
- Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн сифатлы консультациялар һәм белем биреү ярҙамы алыу ни тиклем мөһим икәнлеген күрәбеҙ. «Минең бизнесым» үҙәге филиалы, кәрәкле ярҙам күрһәтеү өсөн эшҡыуарҙарҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итергә тырышып, үҙ эшен киңәйтеүен дауам итә, - тип Салауаттағы айырым бүлек етәксеһе Ольга Аҙнаева.
Бынан тыш, айырым бүлек яҡындағы ҡала һәм райондарға ярҙам күрһәтә. Эшҡыуарҙарға уңайлы булһын өсөн Стәрлебаш һәм Ишембай райондарында күсмә офистар ойошторолған, унда 40-ҡа яҡын кеше булған.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән тормошҡа ашырыла.