Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
14 Ноябрь 2025, 03:33

Үҙәк яңы ҡорамаллы булды

Республика клиник перинаталь үҙәгенә ике заманса УЗИ аппараты һатып алынған.

«Ғаилә» милли проекты (национальный проект “Семья”)  ярҙамында Өфөлә урынлашҡан Республика клиник перинаталь үҙәгенә ике заманса УЗИ аппараты һатып алынды. Был үҙәктә диагностикалау мөмкинлектәрен киңәйтергә мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

– Яңы ҡорамал йөклөлөктөң бөтә осорон да ентеклерәк күҙәтергә форсат бирә. Сабыйҙың үҫешен һәм буласаҡ әсәйҙең һаулыҡ торошон тикшереп, бар үҙенсәлектәрҙе ваҡытында асыҡлап, тейешле саралар күрә алабыҙ. Һәр ҡатындың үҙен ышаныслы тойоуы бик мөһим, – ти үҙәктең баш табибы Лиана Савина.

Заманса ҡорамалдар барлыҡҡа килеүе – халыҡтың һаулығын һаҡлауға һәм нығытыуға йүнәлтелгән милли проектты тормошҡа ашырыуҙа мөһим аҙым.

РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән, быйылдан яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас