Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
18 Ноябрь 2025, 10:46

Хәҙер ферма биләмәһендә төрлө тоҡомло 80-дән ашыу хайуан йәшәй

Соцконтракт Башҡортостан эшҡыуарына экоферма асырға ярҙам итте

Азат Лоҡманов социаль контракт аҡсаһына “Дөйәғош ихатаһы” (“Страусиной двор”) экофермаһын асты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

Документацияны рәсмиләштереүҙә уға Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») ярашлы эшләгән Күмертау ҡалаһындағы “Минең бизнесым” үҙәге филиалы ярҙам күрһәткән.

 2025 йылдың яҙында Азат үҙенең предприятиеһын эшләтеп ебәреүгә әүҙем әҙерлек башлай: ике ай эсендә бөтә кәрәкле инфраструктура булдырыла. Быйыл йәй Башҡортостандың Күгәрсен районында “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркынан алыҫ булмаған урында урынлашҡан “Дөйәғош ихатаһы” экофермаһы асылды.

Күмертауҙағы “Минең бизнесым” үҙәге филиалында эшҡыуарға адреслы социаль программала ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләнгән.

Алынған субсидияға Азат дөйәғош, алтай маралы һәм ҡоштар үрсетеү өсөн инкубатор һатып ала. Хәҙер ферма биләмәһендә төрлө тоҡомло 80-дән ашыу хайуан йәшәй: улар араһында австралия эмулары, як, ҡоштар, ала-сыбар болан, мысыр тауығы һәм кәзә бар. Ҡош ите етештереүҙе һәм һатыуҙы яйға һалыу, хайуандар ассортиментын киңәйтеү һәм ҡунаҡтар өсөн мауыҡтырғыс саралар ойоштороу планлаштырыла.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”)маҡсаттары — иҡтисадты, финанс баҙарын, көнәркәшлекте үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү.

Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса иғтибар бүленә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас