Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
20 Ноябрь 2025, 03:43

“Диспансерлаштырыу төнө” уңышлы үтте

Киске 20:00 сәғәттән 00.00 сәғәткә тиклем 138 кеше тикшереү үткән.

 “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы поликлиникаһында “Диспансерлаштырыу төнө” акцияһы үтте. Был башлыса эшләүсе кешеләргә уңайлы булһын өсөн ойошторолһа ла,  сара төрлө йәштәгеләрҙе йәлеп итте.

 Киске 20:00 сәғәттән 00.00 сәғәткә тиклем 138 кеше тикшереү үтте. Терапевт консультацияһын алырға, ҡан анализы тапшырырға,  электрокардиограмма, флюорография, маммография үтергә мөмкин булды. Акция шәкәр диабетын, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен, яман шештәрҙе, хәүеф факторҙарын  иртә асыҡлауға йүнәлтелде.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, бөгөн республиканың 1,4 миллион кешеһе диспансерлаштырыу үткән. “Диспансерлаштырыу төнө” үҙеңдең сәләмәтлегеңә иғтибарҙы йәлеп итеүҙең бер тәьҫирле ысулы булды.

 “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас