Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
21 Ноябрь 2025, 03:30

Бөтә тауар импортлаусы илдәрҙең талаптарына тап килә

Башҡортостан ауыл хужалығы малдары өсөн 60 мең тоннанан ашыу ҡиммәтле мал аҙығы өҫтәмәһен экспортҡа сығараған

Башҡортостандың эре май экстракцияһы предприятиелары 2025 йылдың ғинуарынан 17 ноябренә тиклем 62,5 мең тонна гранулланған көнбағыш ҡалдығын экспортлаған. Был хаҡта Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Төбәктең агросәнәғәт комплексы тауарын сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.

Ауыл хужалығы малдары һәм ҡоштары өсөн ҡиммәтле мал аҙығы өҫтәмәләре Германияға, Латвияға, Мароккоға һәм Төркмәнстанға оҙатыла.

Башҡортостан һынау лабораторияһында көнбағыш орлоҡтарын эшкәртеүҙең өҫтәмә продукцияһы һынауҙары үтте.

– Хәүефле организмдарҙы энтомологик, гербологик һәм микологик тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланмаған, үҫемлек сығышлы бөтә тауар импортлаусы илдәрҙең талаптарына тап килә, – тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас