Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
25 Ноябрь 2025, 03:30

Иҫәнғол халҡының һөйөнөсө ҙур

Эш барышында 10 километрҙан ашыу туҙған торба заманса полиэтилен торбаға алмаштырылған.

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») маҡсаттарына ярашлы һыу менән тәьмин итеү системаһын реконструкциялау тамамланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Эштәр барышында 10 километрҙан ашыу туҙған торба заманса полиэтилен торбаларға алмаштырылған, 51 тимер-бетон ҡоҙоҡ монтажланған һәм 17 янғын гидранты ҡуйылған. Насос станцияһында ҡорамалдар тулыһынса алмаштырылған. Һөҙөмтәлә 7,9 меңдән ашыу кеше сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән.

«Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Төп бурыстар – торлаҡ һәм юлдар төҙөү, уларҙы ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм уны яңыртыу, йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас