Быйыл Башҡортостандың терәк селтәренә ингән 100 саҡрымдан ашыу юл “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни” ) буйынса ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республика транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Атап әйткәндә, белгестәр Өфө — Инйәр — Белорет, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск, Магнитогорск — Ира, Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе, Белорет — Учалы — Мейәс трассалары участкаларын яңыртты. Йыл аҙағына тиклем төбәктә тағы 85 саҡрым юлдарҙы тәртипкә килтереү планлаштырыла.
"Был район үҙәктәрен республиканың баш ҡалаһы — Өфө менән бәйләгән төп юлдар мөһим туристик объекттарға, транспорт һәм логистика узелдарына, эре сәнәғәт предприятиеларына һәм кластерҙарға алып бара. Улар шулай уҡ федераль трассаларға сығыуҙы тәьмин итә. Шуға күрә юлсылар бындай транспорт артерияларына айырыуса иғтибар бүлә", - тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.