Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
2 Декабрь 2025, 11:28

Нефтекамала канализация коллекторын капиталь ремонтлау буйынса эш алып барыла

Бөгөнгө көнгә ике саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы участкала эштәр башҡарылған да инде

Нефтекама ҡалаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль программаһы сиктәрендә диаметры 1000 миллиметр һәм 800 миллиметр булған канализация коллекторын капиталь ремонтлау буйынса эштәр алып барыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Ремонт өсөн заманса траншеяһыҙ ысул ҡулланыла. Дөйөм оҙонлоғо 3,5 километр булған эштәр Дзержинский, Ленин, Төҙөүселәр һәм Трактовая урамдары буйлап үтә. Бөгөнгө көнгә ике саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы участкала эштәр башҡарылған да инде. Ремонт тамамланғандан һуң ҡаланың коммуналь инфраструктураһы эше яҡшырасаҡ, был Нефтекама халҡының йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ.

– Башҡортостан эҙмә-эҙлекле рәүештә объекттарҙы һәм инженер селтәрҙәрен модернизациялау менән шөғөлләнә, шул иҫәптән федераль программалар иҫәбенә. Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты бөтә ил буйынса, шул иҫәптән беҙҙең республикала коммуналь блок системаларын тергеҙеүгә йүнәлтелгән, – тип билдәләне Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас