Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
2 Декабрь 2025, 16:27

Тулы экосистеманың булыуы мөһим

Биш йылда Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү күләме 72 процентҡа артты

Биш йылда Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү күләме 72 процентҡа артты.

Был осорҙа республикала ит аҙыҡ-түлеген етештереү -  2,5 тапҡырға, үҫемлек майын етештереү – 17 процентҡа, шул иҫәптән рапс майын 1,5 тапҡырға артты, һөт аҙыҡ-түлектәрен һәм сыр етештереү артты.

Биш йыл эсендә Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү күләме 72 процентҡа күбәйҙе. Был ваҡыт эсендә ит продукцияһын етештереү 2,5 тапҡырға артҡан. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Бөгөн Башҡортостан үҙен туҡланыуҙың төп аҙыҡ-түлектәре менән тулыһынса тәьмин итә. Күләмдең артыуына төбәк программаһы буйынса дәүләт  ярҙамы ҙур роль уйнаны. Уға ярашлы, республика бюджеты ҡайтанан эшкәртеү буйынса ҡорамалдарға сығымдарҙы 40 процентҡа тиклем компенсацияланы. “Күп кенә төбәктәр уникаль, эксклюзив аҙыҡ-түлек әҙерләй һәм унан мөмкин тиклем булғанса файҙа алынырға тейеш. Тулы экосистеманы булдырырға кәрәк. Унда етештереү, кооперация, брендинг һәм туризм бер-береһен тулыландыра”, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас