Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
2 Декабрь 2025, 11:26

Йыһаз эшләү фабрикаһы – иң яҡшы тауар етештереүселәр иҫәбендә

Башҡортостандағы “Корона” йыһаз фабрикаһы эшләп сығарған матрас, карауаттар Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауарын билдәләгән конкурста еңеүселәр иҫәбенә ингән.

Был турала Республика компетенциялар үҙәге хәбәр итә. Ойошма “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (“национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ”Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проектында ҡатнаша.

Фабрикала сығарылған ике яҡлы йомшаҡ матрастар – конкурстың лауреаты, ә интерьер карауаттары еңеүсе дипломына лайыҡ булған.

“Корона”ның продукцияһын сифат һәм хәүефһеҙлек стандарттарына, ҡулланыусылар фекеренә, баҙар хаҡына һәм һатыу күләме буйынса баһалағандар. Быйыл предприятие “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсының наградаһын алғайны.

– Предприятиеларыбыҙҙың бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе – уларҙың продукцияһының сифатын таныу ғына түгел, ә республика сәнәғәтенең өлгөрөп етеүе күрһәткесе лә. “Корона” фабрикаһы етештереүҙе яңыртып ҡороу һәм ҡулланыусыларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алыу етештереүселәргә федераль кимәлдә лә уңышлы конкурентлылыҡ итергә мөмкинлек тыуҙырғанын асыҡ дәлилләй, – тип билдәләй БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Быйылдан башлап РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас