2025 йылда Башҡортостан урмансылары 48,6 миллион үҫенте үҫтергән. Был күләм “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектында ҡаралған урмандарҙы тергеҙеү эштәрен уңышлы башҡарыуҙы тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек бирә, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығында.
Үҫтерелгән ултыртыу материалының төп өлөшөн хужалыҡ ҡиммәтле ылыҫлы тоҡомдар – ҡарағай һәм шыршы тәшкил итә.
— Был тоҡомдарҙы һайлау осраҡлы түгел: улар беҙҙең климат өсөн оптималь, үҫеш тиҙлегенә эйә һәм баҙарҙа ҙур һорау менән файҙалана, урман хужалығының иҡтисади һөҙөмтәлелеген дә, ҡиммәтле урман биләмәләрен тергеҙеүҙе лә тәьмин итә, — тип хәбәр итте Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров.
2026 йылда ултыртыу материалының бөтә күләме урманды тергеҙеү һәм тәбиғәтте һаҡлау акцияларын үткәреү буйынса саралар комплексы өсөн файҙаланыласаҡ.