Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
5 Декабрь 2025, 03:28

Төҙөлөштә һанлаштырыу буйынса конференция ойошторола

Бер майҙансыҡта төҙөлөш өлкәһенең власть һәм бизнес вәкилдәре йыйыла.

5 декабрҙә Өфөлә "Төҙөлөштә һанлаштырыу. Башҡарыу документацияһын электрон төрҙә формалаштырыу һәм алып барыу” конференцияһы үтә. Сара “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Төҙөлөштөң яңы ритмы” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә. Был хаҡта республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы хәбәр итә.

Ҡатнашыуға төҙөлөш ойошмалары, дәүләт заказсылары, техник заказсылар, төҙөлөш һәм проект ойошмалары етәкселәре, етештереү-техник бүлеге, төҙөлөштө ойоштороу буйынса белгестәр, баш инженерҙар саҡырыла.

- Конференцияның төп бурысы – ул бер майҙансыҡта төҙөлөш өлкәһенең власть һәм бизнес вәкилдәрен йыйыу, йәнле аралашыу аша республикала ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлегендә мәғлүмәт системаларын үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү, — тип билдәләй Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Форум эшендә республиканың башҡарма власть органдары, Милли төҙөүселәр берекмәһе, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш тармағын һанлы үҙгәртеү үҙәге, торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса Дәүләт комитеты вәкилдәре, программа менән тәьмин итеүселәр ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылдан РФ Президенты В.В.Путин ҡарары менән яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас