2025 йылда Башҡортостандың кадрҙар үҙәктәре 18 меңдән ашыу клиентты эшкә урынлаштырҙы. Карьера консультанттары уларға адреслы ярҙам саралары күрһәтә, тейешле вакансиялар һайларға, резюме төҙөргә, ҡайтанан уҡытыу үтергә йәки квалификацияһын күтәрергә ярҙам итә.
Халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү саралары “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) сиктәрендә әүҙем бара, тип хәбәр иттеләр республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
– Бөгөн “Рәсәйҙә эш” кадрҙар үҙәктәрендә 10 меңдән ашыу кеше теркәлеү иҫәбендә тора. Белгестәр ярҙамында быйыл 18 меңдән ашыу клиент эшкә урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта мәшғүллек хеҙмәтенең вакансиялар банкында төбәктең эш биреүселәренән 30 меңгә яҡын тәҡдим урынлаштырылған, — тип билдәләне республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге – “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге директоры Ридан Әхиәмов.
Эшкә урынлашыуҙа комплекслы ярҙамды кадрҙар үҙәгенең теләһә ниндәй филиалында алырға мөмкин. Бында эш эҙләүселәргә вакансия һайлап алыуҙан алып эшкә урынлашыуға тиклем, ә эш биреүселәргә һорауҙы формалаштырыуҙан алып белгес яллауға тиклем бөтә юлды үтергә ярҙам итәләр. Бынан тыш, үҙ һөнәреңдә оҫталығыңды яҡшыртырға йәки ҡайтанан уҡырға, үҙ бизнесыңды асырға мөмкин.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.