Асҡын үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса электрокоагулятор алынды. Хирургтар уның ярҙамында, юғары йышлыҡлы электр тогы менән биологик туҡымаға тәьҫир итеп, тишемдәр яһағанда туҡыма ситтәрен яндырып көйҙөрә. Был ваҡ ҡан тамырҙарынан ҡан ағыуын кәметә, шул уҡ юл менән ҡайһы бер туҡыма төрҙәрен, шул иҫәптән, мускулдарҙы “тегә”. Электрокоагулятор операцияларҙы төрлө режимда һәм төрлө ағзаларҙа үткәрергә мөмкинлек бирә, ҡан ағыуын ваҡытлыса йәки тулыһынса туҡтата ала.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.