Өфөнөң фән һәм технологиялар университетында “Бумбатл” Бөтә Рәсәй акцияһының көҙгө этабы уңышлы тамамланды. Ул 1 сентябрҙән 30 ноябргә тиклем “Экология именлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) башҡарылды, тип хәбәр итә республиканың Экология министрлығы.
Студенттар тырышлығы менән 1880 килограмм ҡағыҙ йыйылған. Был 30 ағасты ҡырҡыуҙан ҡотҡарған. Табылған аҡса гуманитар ярҙамға оҙатыласаҡ.
-1880 килограмм макулатура университет берләшмәһенең экология мәғрифәтендә лидерлыҡҡа етди аҙымы. “Бумбатл” – ул макулатура йыйыу ғына түгел, социаль яуапылыҡ буйынса практик дәрес тә, - ти Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экологияның йәштәр министры Арина Сидорова.
Студенттарҙың фәнни берләшмәһен үҫтереүгә федераль субсидиялар ярҙамы менән ойошторолған сара йөҙләгән студентты, уҡытыусыларҙы, вуз хеҙмәткәрҙәрен берләштерҙе.
- Конкрет һан – ике мең тонна макулатура үҙе күп нәмә тураһында һөйләй. Студенттар ҙур энтузиазм менән был эшкә ҡушылды. Ҡалдыҡтар менән аҡыллы эш итеү – яңы быуын өсөн ҡағиҙә булыуын күрәбеҙ, - тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.