Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
15 Декабрь , 09:39

Башҡортостан Ҡытайға етен оҙатҡан

Продукция сит илгә "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.

Стәрлетамаҡ районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡытайға оҙатыу өсөн 1589 тонна етен әҙерләгән. Был хаҡта “Россельхознадзор”ҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.

Экспортлаусы предприятие заявкаһы буйынса күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре 62 партия май культураһын ҡараған. “ВНИИЗЖ” ветеринар һәм фитосанитор федераль күҙәтеү хеҙмәте ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында етендең һайлап алынған пробалары тикшерелгән.

«Тикшерелгән өлгөләрҙә хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған. Экспортерға фитосанитария сертификаттары бирелгән», – тип йомғаҡ яһанылар Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас