“Йәштәр һәм балалар“ милли проектына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети”) Башҡортостанда 203,3 миллион һумлыҡ ҡорамал алынды, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф министрлығы.
Төбәктә белем биреү ойошмалары инфраструктураһы үҫешенә ныҡлы иғтибар бирелә, улар заманса техника менән йыһазландырыла, айырып әйткәндә, Хеҙмәт һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау кабинеттары яңы ҡорамалдар менән тулылана.
Мәктәптәрҙе йыһазландырыу һаны буйынса республикабыҙ илдә 4-се урынды, Волга буйы федераль округында 1-се урынды биләй.
203,5 миллион һумлыҡ йыһаздар алып, республика ҡуйылған бурысты лайыҡлы үтәне.
–2025 йылда Хеҙмәт һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау кабинеттары 711 мәктәптә йыһазландырылды. Йыһазландырыуҙы модернизациялау тап ошо уҡыу бүлмәләренән башланды. Был фән буйынса дәрестәр мәлендә йәш быуын өс мөһим йүнәлеш буйынса шөғөлләнә: тыуған илде яратырға һәм һаҡларға, тыуған ил мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итергә, – тине республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Хеҙмәт фәне буйынса уҡытыуҙы ойоштороу өсөн мәктәптәргә фрезер, лазер, ағас эшкәртеү станоктары алынған. Малайҙар ағас эштәренә өйрәнә, металл менән эшләү серҙәренә төшөнә. Ҡыҙҙар ашарға бешерергә, көнкүреште алып барырға өйрәнә.