Өфөнөң 8-се ҡала дауаханаһы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы медицина ҡорамалы алды.
Смокелайзер – һөрөм газы анализаторы, ул медицина белгестәре өсөн тәмәке тартыуға ҡаршы көрәштә пульмонология, функциональ диагностика кабинеттарында, сәләмәтлек үҙәктәрендә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән. Тикшереү үткәреү өсөн махсус әҙерлек талап ителмәй.
2025 йылда милли проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы, 4,5 мең берәмек ҡорамал һатып алынды, алты поликлиника сафҡа индерелде, 134 модулле конструкция ҡуйылды.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.