2025 йылдың 11 айында Башҡортостан Республикаһы шәкәр заводтары менән әҙерләнгән 29,41 мең тонна гранулалы сөгөлдөр һығынтыһын Ҡытай һәм Корея Республикаһына экспортҡа сығарған.
Был хаҡта “Россельхознадзор”ҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проекты сиктәрендә оҙатыла.
Ауыл хужалығы малдары һәм ҡош-ҡорт өсөн 1159 партияла һайлап алынған аҙыҡ өҫтәмәләре барлыҡ кәрәкле лаборатор тикшеренеүҙәрҙе үтте.
Энтомологик, гербологик һәм микологик экспертиза һөҙөмтәләре буйынса, хәүефле карантинлы организмдар өҫтәмә продукцияла асыҡланмаған.
Яңыртылған милли проекттар, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.