Башҡортостан Республикаһының Гарантия фонды «Мәк Система» ғилми-етештереү предприятиеһына 12,5 миллион һумға яуаплылыҡ алды.
Ярҙам «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проекты сиктәрендә күрһәтелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Был Өфө ойошмаһына әйләнештәге аҡсаны тулыландырыуға банк кредиты алырға мөмкинлек биргән. 25 миллион һум күләмендә алынған инвестициялар газ сығарыусы ҙур компанияларҙың береһе менән проектты тамамлау өсөн кәрәкле деталдәр һатып алыуға йүнәлтелә.
“Башҡортостан Республикаһының гарантия фонды, банктар алдында тейешле тәьминәттең булмауы тураһында ҡушыусы булып сығыш яһап, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанслауға рөхсәт алырға ярҙам итә. Ошондай ярҙам инструментары ярҙамында эшҡыуарҙар үҙ эшмәкәрен киңәйтеү һәм яңы поекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтөнлөктәргә эйә бул”, - тип алатма бирә Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
“Мәк Система” - 2023 йылда ойошторолған компания. Ул нефть һәм газ компаниялары өсөн ҡорамалдарҙың әҙер комплекстарын әҙерләй һәм етештерә. Компания клиенттары араһында Рәсәйҙең нефть-газ секторы предприятиелары бар.
«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының маҡсаттары - иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.