Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
17 Декабрь , 11:41

Йылайырҙар сифатлы эсәр һыу менән файҙалана аласаҡ

1,7 саҡрым самаһы иҫке тимер торбалар һүтелгән, заманса полиэтилен торбаларҙан эшләнгән 1,5 саҡрым самаһы яңы һыу үткәргес һуҙылған, 21 тимер-бетон скважина ремонтланған.    

Йылайыр районы үҙәге Йылайыр  ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһына капиталь ремонт тамамланған.

"Тормош өсөн инфраструктура"( национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проектының "Коммуналь хужалыҡ инфраструктураһын яңыртыу" федераль проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында Йылайыр ауылында йәшәүсе меңдән ашыу кеше сифатлы эсәр һыу менән файҙалана аласаҡ. Ауылдағы һыу менән тәьмин итеү системаһына капиталь ремонт тамамланған, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.

1,7 саҡрым самаһы иҫке тимер торбалар һүтелгән, заманса полиэтилен торбаларҙан эшләнгән 1,5 саҡрым самаһы яңы һыу үткәргес һуҙылған, 21 тимер-бетон скважина ремонтланған.

"Туҙған коммуналь селтәрҙәр - күп йәмәғәтселеккә таныш проблема".Тиҫтәләгән йыллыҡ тимер торбаларҙы заманса полиэтилен торбаларға алмаштырыу даими өҙөклөктәрҙе һәм һыу юғалтыуҙы бөтөрөп кенә ҡалмай, ҡулланыусылар крандарындағы һыу сифатына ла туранан-тура йоғонто яһай. Ауылдарҙа һыу менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу эшебеҙҙең төп йүнәлештәренең береһе булып тора", - тип билдәләй  Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ буйынса идаралығында.

 Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас