Йыл башынан алып Башҡортостан предприятиелары 29,2 мең тоннанан ашыу иген эшкәртеү продукцияһын экспортҡа сығарған. Улар иҫәбендә он, ярмалар, көрпә һәм башҡа продукция ҡарай. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын поставкалауҙы арттырыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проектының төп маҡсаттарының береһе булып тора.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда өҫтәлгән хаҡ менән продукция экспорты күләме 1,5 тапҡырға тиерлек артҡан (2024 йылда - 21 мең тонна), тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, 11 айҙа 599 фитосанитария сертификаты тапшырылған. Энтомологик, гербологик һәм микологик тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә продукция импортер илдәрҙең талаптарына тулыһынса тап килә.
Тейәп оҙатылған тауарҙың төп өлөшөн Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан һәм башҡа яҡын һәм алыҫ сит илдәр һатып алған.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.