“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын (“Эффективная и конкурентная экономика”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостандың лизинг компанияһы Дүртөйлө ҡалаһында урынлашҡан “Йылмайыу тылсымы” (“Магия улыбки”) стоматология клиникаһына финанс яҡтан ярҙам күрһәткән. Был аҡсаға Labomed операция микроскобы һәм Mindray Wato 35 наркоз-һулыш аппараты һатып алынған, дөйөм сумма 3,8 миллион һум тәшкил иткән, шуның 2,8 миллионы лизинг компанияһы аша 36 айға алынған. Был хаҡта БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.
“Йылмайыу тылсымы” клиникаһы 2023 йылдан алып эшәй, уның ике бүлеге бар, икеһе лә Дүртөйлөлә урынлашҡан.
Стоматология селтәре заманса технологиялар һәм материалдар ҡулланып, юғары кимәлдәге хеҙмәттәр тәҡдим итә. Асылғанынан башлап клиника меңәрләгән пациенттарға ярҙам күрһәткән.
- Заманса ҡорамалдар стоматология процедураларының һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн бик мөһим. Дәүләт ярҙамы менән беҙ ҡатмарлы хирургия һәм эндодонтия процедуралары үткәрә, йәшерен патологияларҙы асыҡлай алабыҙ. Ҡорамалдар һатып алыуҙа лизинг ярҙамы клиникабыҙҙың техник йыһазландырылышын ярайһы яҡшыртты, – тип билдәләй «Йылмайыу тылсымы»ның генераль директоры Рөстәм Юлдашев.