Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
19 Декабрь , 12:03

Республикабыҙҙа тәбиғәтте һаҡлауға етди иғтибар бирелә

Башҡортостан ил төбәктәренең экологик рейтингында Волга буйы федераль округында беренсе булды 

Башҡортостан 2025 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингында Волга буйы федераль округында лидер булды. Был хаҡтағы мәғлүмәтте РФ Дәүләт Думаһының Экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Кобылкин баҫтырып сығарҙы, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Башҡортостан 12-14 балл йыйған иң яҡшылар исемлеген етәкләгән. Рейтинг төбәк хөкүмәттәренең тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә 2025 йылға эш һөҙөмтәләрен баһалай. Ул «Экологик именлек» милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») сараларын үтәүҙе, «Экология» милли проекты маҡсаттарына өлгәшеүҙе, шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүгә бәйле хәлде иҫәпкә ала. Баһалауҙа 2019-2024 йылдарға объектив мәғлүмәттәр, шулай уҡ эксперттарҙың һәм халыҡтың фекерҙәре файҙаланылған.

- Башҡортостан Республикаһы үҙ позицияларын тотороҡло яҡшырта, был ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын үҫтереү тураһында һөйләй. Һөҙөмтәләр ҙә бар: ошондай 37 188 урын булдырылған, ә контейнерҙар паркында 87 271 берәмек контейнер иҫәпләнә. Махсус техниканың етешмәүе 21 яңы берәмек һатып алыу иҫәбенә бөтөрөлгән. Төбәк киләсәктә ҡалдыҡтарҙы айырым туплауҙы дауам итергә, икенсел ресурстарҙы эшкәртергә һәм заманса инфраструктура булдырырға ниәтләй. Төп маҡсаттар үҙгәрешһеҙ ҡала: халыҡ өсөн уңайлылыҡ, үҫешкән инфраструктура һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең  юғары  кимәле, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас