Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
23 Декабрь , 09:14

700-ҙән ашыу мәктәпкә уҡыу ҡорамалдары ҡайтарылды

Улар хеҙмәт Ватан хәүефһеҙлеге һәм уны һаҡлау нигеҙҙәре кабинеттарына тәғәйенләнгән.

Яңы ҡорамалдар “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) ярҙамында һатып алынған. Әйтәйек, хеҙмәт (технология) һәм Ватан хәүефһеҙлеге һәм уны һаҡлау нигеҙҙәре кабинеттары йыһазландырылды, тип хәбәр итә БР Мәғариф министрлығы.

Министр Илдар Мәүлетбирҙин аныҡлап әйтеүенсә, ундай мәктәптәр һаны – 711.

– Йыһазландырыуҙы үҙгәртеү тап ошо мәктәп предметтарынан башланды. Үҫеп килгән быуын уларҙа өс мөһим нәмәгә өйрәнә — Ватаныбыҙҙы яратырға һәм яҡларға, Тыуған илебеҙ мәнфәғәтендә эшләргә, – тип билдәләне ул.

Технология кабинеттары өсөн фрезер, лазер һәм ағас эшкәртеү станоктары, эш ҡоралдары һәм верстактар килтерелгән. Малайҙар балта оҫталығын, металл һәм башҡа материалдар менән эшләргә өйрәнә, ә ҡыҙҙар аш-һыу әҙерләргә, көнкүреште алып барырға өйрәнә. Йорт эштәрен өйрәнеү кабинеты өсөн тегеү машиналары, электр плиталары һәм башҡа аш-һыу бүлмәһенә кәрәк-ярағы һатып алынған.

2026 йылда республикала музыка, физика һәм һынлы сәнғәт кабинеттары йыһазландырыла башлай. 879 мәктәпкә яңы ҡорамал һатып алыу күҙаллана.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин указына ярашлы, быйылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас