Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
23 Декабрь , 09:13

Балаларға 20 мең бүләк тапшырыла

“Ғаилә” ойошмаларында һәм министрлыҡтың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында байрам бүләктәрен бирә башлағандар.

Күп балалы ғаиләләрҙән ҡыҙҙарға һәм малайҙарға 20 мең бүләк тапшырыласаҡ. Был акция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә. Был хаҡта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

“Ғаилә” ойошмаларында һәм министрлыҡтың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында байрам бүләктәрен бирә башлағандар. Шуныһы үҙенсәлекле: ярҙамдың был төрө күрһәтелгәндә ғаиләнең килем кимәле иҫәпкә алынмай. 14 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән барлығы 19765 бүләк тапшырыласаҡ.

“Ғаилә” милли проекты балалары булған ата-әсәләргә ғәмәлдәге ярҙам сараларын берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы бәләкәстәрҙең тыуыуы өсөн өҫтәмә дәртләндергес саралар булдырыла. Тотош ил буйлап әүҙем оҙон ғүмерлелек тәжрибәләре тормошҡа ашырыла. 14-тән 22 йәшкә тиклемге йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кино залдарына һәм башҡа мәҙәниәт ойошмаларына бушлай барыу мөмкинлеген биргән “Пушкин картаһы” ғәмәлдә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас