Башҡортостан “Йәшел ғәҙәттәр экотрекеры” һанлы платформаһының көҙгө миҙгеленең абсолют лидеры һәм еңеүсеһе булды. Онлайн-сервис “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект "Экологическое благополучие") ярҙам итеү маҡсатында эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
“Йәшел ғәҙәттәр экотрекеры” ярҙамында һәр рәсәйле тәбиғәтте һаҡлауға шәхси өлөш индерә ала. Платформала ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыуҙа, өмәләрҙә һәм йәшелләндереүҙә ҡатнашыуығыҙҙы теркәргә мөмкин.
Көҙгө миҙгелдә Башҡортостан республикаһы рекордлы 13 533 экобалл йыйҙы. Был һөҙөмтә башҡа лидер төбәктәрҙең күрһәткестәренән күпкә юғарыраҡ. Мәҫәлән, Башҡортостан алған экобалдар һаны Иркутск өлкәһе иҫәбендәге мәрәйҙәр һанынан өс тапҡырға күберәк. Шулай уҡ алдынғы төбәктәр иҫәбендә – Татарстан, Кузбасс һәм Силәбе өлкәһе. Әммә улар Башҡортостанда өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе уҙып китә алманы.
"Был уңыш Башҡортостандың экологик мәғариф өлкәһендәге системалы эшенең законлы дауамы булып тора. Республика “Таҙа һауаны һайлайым”, „Бумбатл“ һәм „Рәсәй һыуы“ кеүек төп федераль башланғыстар сиктәрендә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә”, — тип билдәләне төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.